Туй күлдәге
1. Туй күлдәге аҡ ефәктән,
Ҡыҙҙар – гүйә аҡҡоштар.
Аҡлыҡ бит ул, сафлык бит ул,
Яуһын, әйҙә, алҡыштар!
Ҡушымта:
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан
Көнләшеп тә үләрлек.
Туй күлдәге бер көнлөкмө?
Туй күлдәге ғүмерлек!
2. Аҡ күлдәктәр, аҡ теләктәр
Туйҙа ғүмер-ғүмерҙән.
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙың
Урыны була гел түрҙән.
3. Бәхет бит ул, шатлыҡ бит ул,
Туй күлдәге кейеүе.
Иркәм, – тиеп, – йәрем, – тиеп,
Онотолоп һөйөүе.
Урал Ибатуллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3