Әйҙә, әле, уйнат гармуныңды,
Үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары.
Сит ерҙәрҙә йөрнөм йәтим һыман
Һағындырҙы ҡурай моңдары.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Әйҙә әле йырлап үтәйек.
Йәш саҡтарҙы иҫкә бер төшөрөп,
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Әйҙә, дуҫым, моңло итеп уйна,
Уянһыннар беҙҙең әсәйҙәр.
Яулыҡ осо менән йәшен һөртөп,
Оҙатып ҡалһын беҙҙе әбейҙәр.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Әйҙә әле йырлап үтәйек.
Йәш саҡтарҙы иҫкә бер төшөрөп,
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Әйҙә, әле, әйҙә ауылым буйлап,
Беҙҙең йәшлек әле үтмәгән.
Беҙ йырларбыҙ егеттәр бит әле,
Беҙҙең ҡояш әле инмәгән.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Әйҙә әле йырлап үтәйек.
Йәш саҡтарҙы иҫкә бер төшөрөп,
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Радик Вәлмөхәмәтов еще тексты
Сейчас смотрят
- Радик Вәлмөхәмәтов - Йырлап үтәйек
- ДЛЯ ТЕБЯ,ЛЮБОВЬ МОЯ - Я задыхаюсь....
- Nico & Vinz - Am I Wrong [ZaM]
- Канцлер Ги душа - Чезаре Борджа
- Аиша Выскубова - В Небо
- Wolfgang Amadeus Mozart - №2165 (Box15-CD02[155]-T17) ♫♫ Le nozze di Figaro, K.492 ♫♫ Original version, Vienna 1786 ♫♫ Act 3 ♫♫ Fandango -...
- Вальс Дога - instrumental - Утро [минус]
- ВИА "Раммштайн" - Main Land
- Ірина Федишин - Україна колядує МІНУС
- Tonn_pavloff - Настоящий Хип-Хоп(Винт, Mad Max, MC Mix, Shotgun, Dime, Гек, Money Mike, Jeeep, MD&C Павлов, Maestro A-Sid, Серж СТДК UzCoast, Папа Гусь, Про100%Фрол, Скаля,...
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3