Роберт Ғәзизов музыкаһы
Уран Кинйәбулатов шиғыры
Мин - Еремдең бер бөртөгө,
Бер тамсы саф һауала.
Нур йотҡанға баҙлап янам,
Йәшәү - яныу донъяла.
Мин - бер тамсы,
Һин - бер тамсы,
Ул - бер тамсы.
Беҙ - диңгеҙ, ярһыу даръя!
Мин - яҡты нур,
Һин - яҡты нур,
Ул - яҡты нур.
Беҙ - ҡояш, яҡты донъя!
Аҡ ҡар булһам, ямғыр булһам,
Мин йәйғорҙа инем дә.
Мин - шат тамсы был донъяла,
Мин - икмәктә, игендә!
Мин - бер тамсы,
Һин - бер тамсы,
Ул - бер тамсы.
Беҙ - диңгеҙ, ярһыу даръя!
Мин - яҡты нур,
Һин - яҡты нур,
Ул - яҡты нур.
Беҙ - ҡояш, яҡты донъя!
Кәрәк саҡта тыуған илгә,
Мин булам, уҡ булам!
Мин - Ерҙеке, Ер - минеке,
Бер ҡасан да юҡ булмам!
Мин - бер тамсы,
Һин - бер тамсы,
Ул - бер тамсы.
Беҙ - диңгеҙ, ярһыу даръя!
Мин - яҡты нур,
Һин - яҡты нур,
Ул - яҡты нур.
Беҙ - ҡояш, яҡты донъя!
Нәзифә Ҡадырова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2