Фаил Абдраҡов көйө
Марис Нәзиров шиғыры
Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде,
Ғүмерем яҙым алҡышланы.
Көләс йәшлек иртәһендә,
Һаумыһығыҙ, шатлыҡтары.
Яҡты нурҙай балҡыным мин,
Түбәм күккә тейҙе инде.
Был яныуҙар — үҙе бәхет,
Иркәләүен тойҙом инде.
Яҙҙар етте, һөйөү ҡилде,
Наҙҙарымды нағышланы.
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, һағыштары.
Уйҙарымдан уйылам мин
Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә.
Был һағыштар — үҙе бәхет,
Көтөүҙәргә сәбәп барға.
Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй,
Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, яныуҙарым.
Япраҡтарҙай һарғайһам да,
Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға.
Был яныуҙар — үҙе бәхет,
Күмеләмен наҙҙарына.
Насип Кучаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1