1
Үҫтерәләр һөйөп, улым-ҡыҙым тиеп
Тейҙермәйсә елдәр, ямғырҙар.
Атай-әсәйҙәрҙе үҙебеҙҙә шулай
Йәшәй алһаҡ ине гел ҙурлап.
Рәхмәтлемен хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тип өндәшеү
Насип булһын һәр кемгә.
2
Тыуар көндәре лә, тыуған көндәре лә
Һөйөнөстәр генә килтерһен.
Балаларын һөйөп, улым-ҡыҙым тиеп
Әйтеүҙәре шатлыҡ индерһен.
Рәхмәтлемен хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тип өндәшеү
Насип булһын һәр кемгә.
3
Ғүмерҙәр тиҙ үтә, айрылыу ҙа етә
Өҙгөләнеп ҡала бәғерҙәр.
Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡтарында
Йәшәй алһаҡ ине ҡәҙерләп.
Рәхмәтлемен хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тип өндәшеү
Насип булһын һәр кемгә.
Рәхмәтлемен хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тип өндәшеү
Насип булһын һәр кемгә.
Атай-әсәй, әбей-бабай
Кәрәк бит ул һәр кемгә.
Насип булһын һәр кемгә
Насип булһын һәр кемгә
Атай- әсәй еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1