Рәмил Ғимрани көйө
Рауил Ниғмәтуллин шиғыры
Таралһын сәсең нурланып,
Таралһын үрелмәһен,
Минән башҡа сәстәреңә
Бер кем дә үрелмәһен!
Гөлөм, гөлөм, Гөлсәсәгем -
Һин минең киләсәгем.
Килешә һиңә ҡалай ҙа,
Елгә сәсеңде тарат,
Башҡаларға күҙ һалма һин,
Үҙемде генә ярат.
Гөлөм, гөлөм, Гөлсәсәгем -
Һин минең киләсәгем.
Таралһын сәсең нурланып,
Таралһын үрелмәһен,
Мөхәббәткә кер ҡунмаһын,
Һөйөүең һүрелмәһен?
Гөлөм, гөлөм, Гөлсәсәгем -
Һин минең киләсәгем.
Фәрит Яҡшиғолов еще тексты
Другие названия этого текста
- Фәрит Яҡшиғолов - Гөлсәсәгем (0)
- Farit Bikbulatov - Golsasagem (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1