Әй, элмәлек, әй, элмәлек
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Әллә йәшлек микән , әллә иҫәрлек,
Узған ғүмеркәйҙәрҙе беҙ һиҙмәнек.
Ап-аҡ микән, йомшаҡ микән,
Йәнейемдең ҡулдары,
Салауат күпере кеүек
Уның йөрөгән юлдары.
Ҡамалы тун, ҡамалы тун,
Ҡамалары ла булһа бит, буҫтау юҡ.
Буҫтауҙары булһа ла -
Оҫтаһы юҡ.
Ап-аҡ микән, йомшаҡ микән,
Йәнейемдең ҡулдары,
Салауат күпере кеүек
Уның йөрөгән юлдары.
Венер Килмөхәмәтов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1